Дүртөйлө районында яңы быуын китапханаһы асыласаҡ

Дүртөйлө районында яңы быуын китапханаһы асыласаҡ

«Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 18 сентябрҙә Дүртөйлө районы Әсән ауылында яңы быуын моделле муниципаль китапхана асыу тантанаһы үтәсәк.

Әсән ауылы кешеләре үҙҙәренең яҡташы – билдәле шағир Шәйехзада Бабич менән ғорурланалар. Шағирҙың кесе Ватанында Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары ҡатнашлығында «Бабич уҡыуҙары» ойошторалар. Шулай уҡ ауылда Ш. Бабичтың музейы эшләп килә. Шағир исемен бер урам һәм урта мәктәп йөрөтә.

Китапхана һәм музей бөйөк шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында тарихты һаҡлаусы урын һынала. Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған саралар сиктәрендә яңыртылған китапхана һәм күп функциялы ауыл клубын асыу менән бер рәттән, шағирҙың йорто торған урында “Бабич һуҡмағы” исемле баҡса һәм ял итеү урынын берләштергән тематик комплекс  асыу буйынса эштәр бара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb