Республикабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың Максим Горький, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейына арналған саралар башланды. Шағирҙың хәтер кисәһе 3 февралдә шағирҙың тыуған яғы – Дүртөйлө районында уҙҙы. Сарала әҙиптең туғандары, яҡындары, ҡыҙы Алһыу, ейәне Ансаф Әбделнәғимов, Башҡортостандан һәм Татарстандан бер төркөм шағирҙар менән яҙыусылар ҡатнашты.
Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемен йөрөткән урамында митинг ойошторолоп, шағирҙың һәйкәленә сәскәләр һалынды, ҡунаҡтар уның йорт-музейында булды.
Тантаналы сара райондың мәҙәниәт йортонда дауам итте. Зәйәнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте кисәгә килеүселәргә һәм ҡунаҡтарға шағирҙың төрлө йылдарҙа сыҡҡан һәм күптән түгел донъя күргән күп томлы «Һайланма әҫәрҙәр» китабын тәҡдим итте.
Кисә райондың үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашлығында йыр, бейеү менән үрелеп барҙы, шулай уҡ халыҡ шағирының шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны.