Дүртөйлөлә “Яҙғы тамсы” республика вокал конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Дүртөйлөлә “Яҙғы тамсы” республика вокал конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Дүртөйлө ҡалаһында йәш таланттарҙың “Яҙғы тамсы” республика вокал конкурсы үтте. Ул төбәгебеҙҙең бер быуатлыҡ юбилейына бағышланды. Конкурста республиканың 45 район-ҡалаһынан 350 бала ҡатнашты. Уларҙың сығыштарын Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле композитор Нур Дауытов рәйеслегендәге жюри баһаланы. Мәҙәни сарала башҡорт, рус, татар һ.б. телдәрҙә йырҙар яңғыраны. Йәш таланттар башҡарыу һәләтен генә түгел, үҙҙәрен сәхнәлә тотоу оҫталығын да күрһәтеп, “Яҙғы тамсы”ның юғары кимәлдә үтеүенә булышлыҡ ҡылды.
 
Еңеүселәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb