"Дәрүишхан" төркөмө гитарисы Надир Юлбарыҫов оҫталыҡ дәресе үткәрә

"Дәрүишхан" төркөмө гитарисы Надир Юлбарыҫов оҫталыҡ дәресе үткәрә

11 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда гитарала уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторола. Уны «Дәрүишхан» рок төркөмө гитарасыһы Надир Юлбарыҫов үткәрә.

Сарала гитараны дөрөҫ һайлау һәм уйын ҡоралының яңғырашының нимәгә бәйле икәнлеге тураһында һөйләйәсәктәр. Уҡытыусы гитараны көйләргә, ҡулдарҙы дөрөҫ ҡуйырға өйрәтәсәк, шулай уҡ көй сығарыуҙың төрлө алымдарын күрһәтәсәк.

Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һатып алырға мөмкин: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/7928-master-klass-po-igre-na-gitare-ot-mastera-nadira-yulbarisova. «Пушкин картаһы» ғәмәлдә.

Сара Өфө ҡалаһы, Һөнәрселек урамы, 17 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда үтә.

Дәрес киске сәғәт 7-лә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb