Дәүләкән районында күп функциялы клуб асылды

Дәүләкән районында күп функциялы клуб асылды

Күптән түгел, 13 февралдә Дәүләкән районы Мәкәш ауылында күп функциялы клуб асылды. Үҙәктә ҡул эштәре күргәҙмәләр зонаһы, музей экспонаттары, башҡорт сәйханаһы һәм балалар уйын бүлмәһе урынлашҡан. Клубта «Берҡаҙан» ҡурайсылар ансамбле һәм башҡа ижади коллективтар эшләй.

Тантананы райондың ижади үҙэшмәкәр коллективтары һәм солистары ҡатнашлығында ойошторолған концерт биҙәне. Урындағы халыҡ соиаль үҙәкте асыуҙа тос өлөш индергән республика етәкселегенә рәхмәтен белдерҙе.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb