Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында «Дим буйы йәштәре йыйыны» уҙғарыла

Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында «Дим буйы йәштәре йыйыны» уҙғарыла

Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында 11 август көнө «Дим буйы йәштәре йыйыны»н уҙғарыла.

Сараны ойоштороусылар-  Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты булышлығында Дәүләкән районы мөхтәсибәте, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы,  халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы һәм муниципалитет хакимиәттәре.

Йыйындың маҡсаты — төрлө милләт һәм дин йәштәре өсөн берҙәм майҙансыҡ булдырыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе аһәңләштереү юлы менән йәш быуындың социаль берҙәмлеген нығытыу.

Сарала йәштәр араһында деструктив күренеш мәсьәләләре, йәш кешеләр менән тәрбиә биреү һәм иҫкәртеү эшенең юлдары күтәреләсәк. Был йүнәлештә власть, мәғариф органдарының, йәмәғәт ойошмаларының эш тәжрибәһе ҡараласаҡ.

Көндөң тәүге яртыһын йәштәр төрлө һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарында үткәрә, ә икенсе яртыһында – спорт ярыштарында ярыша ала.

Күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев, йырсы Илгиз Абдрахманов, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашлығында байрам концерты уҙасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb