Эдуард Успенскийҙың юбилейы айҡанлы Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “Простоквашинола ҡыш” бал-маскарады үтте

Эдуард Успенскийҙың юбилейы айҡанлы Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында “Простоквашинола ҡыш” бал-маскарады үтте

Эдуард Успенский – балалар өсөн китаптар авторы, Чебурашка, Крокодил Гена, бесәй Матроскин, почтальон Печкин кеуек мультшәхестәрҙең “атаһы”.
Һөнәре буйынса Эдуард инженер, әммә ижад уны үҙенең яғына бора һәм 1974 йылда ул тәүге “Дядя Федор, эт һәм бесәй” билдәле йәнһүрәте менән танылыу ала. Шулай уҡ, ул “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!”, “АБВГДейка”, “Радионяня” кеүек тапшырыуҙарҙың идея авторы.
Яңы йыл байрамы алдынан һәм Эдуард Успенскийҙың юбилейы айҡанлы махсус китапханала “Простоквашинола ҡыш” бал-маскарады үтте. Балаларға байрамға изге күңелле Мәскәй әбей һәм Ҡарһылыу килде. Яңы йыл геройҙары балаларға Успенскийҙың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне. Йәнһүрәттәрҙән композициялар яңғыраны, йомаҡтар ҡойҙолар, шыршы тирәләй әйләнделәр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb