Ейәнсура районында халыҡ ижадының фестиваль-марафоны бара

Ейәнсура районында халыҡ ижадының фестиваль-марафоны бара

Ейәнсура районында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан ауыл биләмәһе хакимиәттәре араһында халыҡ ижадының фестиваль-марафоны шаулап-гөрләп бара. Оло сара район мәҙәниәт йортонда асылғайны, иҫәнғолдарҙан эстафетаны сиреғолдар ҡабул итеп алды, үҙ сиратында улар штандарты Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәтенә тапшырҙы.  Күптән түгел Таҙлар ауыл биләмәһе хакимиәтендә үткән фестиваль-марафонда бай күргәҙмә эшләне. Олоһо ла, кесеһе лә айырыуса урта мәктәп һәм “Йәйғор” балалар баҡсаһы балаларының ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Тамаша залына алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Концерт дәртле йырҙар, күңелле бейеүҙәр һәм, әлбиттә, моңло ҡурай көйҙәре менән үрелеп барғас, бер тынала ҡаралды. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, фестиваль-марафонда төп баҫым һәр ваҡыт тарихҡа яһала, халыҡтың әүҙемлеге һоҡландыра. 
Оҙайлы ҡышҡы каникулдарҙан һуң фестиваль-марафонды Бикбау ауыл биләмәһе хакимиәте ойошторасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb