Ейәнсура районында уҡ атыу буйынса семинар үтте

Ейәнсура районында уҡ атыу буйынса семинар үтте

Рәсәй президенты Грантына «Мәргән уҡсының ете ырыуы» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ейәнсура районында уҡ атыу буйынса семинар-практикум үтте.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең алдынғы белгесе, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин ҡатнашыусыларҙы ойошма менән таныштырҙы, фестивалдәр, уҡ ярыштары, башҡорт ирҙәренең кейемдәре тураһында һөйләне.

«Аҡ сатыр» мәҙәниәт һәм спорт паркында семинарҙың практик өлөшө үтте, унда ҡатнашыусылар беренсе тапҡыр уҡ атып ҡараны.

Проектың маҡсаты – төрлө тамашалар үткәреү өсөн урындарҙа уҡсылар клубын әҙерләү. Киләсәктә Ейәнсура районында ла  уҡсылар йүнәлешен үҫтереү өсөн яндар, уҡтар, ҡалҡандар һатып алынды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb