Ейәнсура районында Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тифлосессия уҙғарҙы

Ейәнсура районында Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тифлосессия уҙғарҙы

14 сентябрҙә  Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондары муниципаль китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан, “Һаулығы сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереү буйынса муниципаль китапханаларҙың эше” тифлосессияһы уҙҙы.

Тифлосессияны һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләне һәм алып барҙы. Махсус китапхананың директор урынбаҫары Ирина Күсәрбаева “Инвалидтар хоҡуғы тураһында ООН Конвенцияһы буйынса һаулығы сикле граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуғы” доклады менән сығыш яһаны. Инновацион методика бүлеге етәксеһе Ирина Борисевич, мәғлүмәт алыуҙа яраҡлаштырылған һәм виртуаль мөмкинселектәрҙең мөһимлеге хаҡында һөйләне. Тифлонәшриәт мөхәррире Фәнүр Бәҙретдинов смартфондар өсөн приложениелар ҡулланыу мөмкинселектәре менән таныштырҙы.

Тифлосессия барышында тыңлаусылар “Бер нимәгә лә ҡарамаҫтан” тифлокомментарийлы фильм ҡаранылар.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға тифлосессияла ҡатнашыу тураһында сертификаттар һәм методик материалдар таратылды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb