Ҡыш көнөндә яҙ һулышы бүләк итер күркәм сара – йәшлек һәм гүзәллек бәйгеһе быйыл да Ейәнсура һылыуҡайҙарын район мәҙәниәт йортонда йыйҙы. Һайлап алыу турын үткән ҡыҙҙар финалда матурлыҡта, һомғоллоҡта, отҡорлоҡта, ҡыйыулыҡта бәйге тотто.
Улар – Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә уҡыусы Галина Чернышева, Алһыу Ҡарағужина, Динә Рамаҙанова, Анастасия Корнева, Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбендә белем алыусы Эльза Ишмөхәмәтова менән Наҙгөл Юлдашбаева, Абзан һылыуы Милена Арыҫланбаева, Иҙәштән – Альбина Ураҡаева, Яңы Себенле ҡыҙы, Ишемғол мәктәбенең 11-се класында белем алыусы Рүзилә Шәйәхмәтова, Иҙелбәктән – Гүзәлиә Бирҙеғолова, Мәзиттән Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусы Нәркәс Аҙнабаева, Яңыбайҙан – Вилена Хужәхмәтова.
Конкурстың тәүге һынауында һәр бәйгесе үҙе, хыялдары, шөғөлө, ғаиләһе менән таныштырҙы. Ябай ғына итеп түгел, һәр ҡайһыһы сығышы тамашасы, жюри күңеленә үтерлек булһын өсөн һүҙ оҫталығын йәлләмәне. Береһенән-береһе һомғол буйлы, улай ғына ла түгел, һәләтле лә ҡыҙҙар йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте, күҙ ҡамаштырырҙай киске күлдәктә сәхнә түренән йондоҙҙарҙай емелдәшеп биҙәне. Бәйгеләрҙең иң ҡыҙығы, мөғайын, һылыуҡайҙарҙың жюри биргән һорауға яуап ҡайтарыуы булғандыр. Бында бәйгеселәрҙең отҡорлоғо ла, төплө һәм юмор менән яуаплай белеүҙәре лә, һүҙ байлыҡтары ла баһаланды.
Ҡыҙҙарҙың төрлө өлкәлә ирешкән уңыштары тупланған портфолиолар менән дә танышты жюри ағзалары. Әйткәндәй, жюри төрлө өлкәлә эшләгән ир-егеттәрҙән тупланғайны. Быйылғы йылдың һылыуҡайын район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек рәйесе Венер Сабитов, “Ейәнсура урман хужалығы” учреждениеһы директоры Роберт Сырлыбаев, ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам бүлеге мөдире Фәнис Бирҙеғолов, Иҫәнғол ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Илһам Йәғәфәров, Ейәнсура агросәнәғәт колледжы директоры Рөстәм Кинйәбулатов һәм Мәләүез ҡалаһынан килгән “Алмаз” ювелир компанияһының генераль директоры Рәил Сәлишев баһаланы.
Район һылыуҡайы титулы өсөн бәйгегә сыҡҡан һәр ҡыҙҙың янып-көйөргә дуҫтары, туғандары килгәйне. Улар үҙҙәренең бәйгесеһе сығышын дәррәү алҡыштар, ҡеүәтләү һүҙҙәре яҙылған плакаттар менән дәртләндереп ултырҙы. Һәм, ниһайәт, һылыуҡайҙарҙы, ата-әсәләрҙе һәм улар өсөн янып көйгән тамашасыларҙы тулҡынландырған мәл дә килеп етте. Шулай итеп, Гүзәлиә Бирҙеғолова – “Мисс һәләт”, Гөлшат Юлдашбаева – “Мисс фотомодель”, Алһыу Ҡарағужина – “Мисс һомғоллоҡ”, Эльза Ишмөхәмәтова – “Мисс интеллект”, Альбина Ураҡаева – “Мисс серлелек”, Вилена Хужахметова – “Мисс нәзәкәт” номинацияларын алды. Тамашасылар һөйөүенә лайыҡ булды. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе булдырған махсус бүләкте бүләксә етәксеһе Ринат Ғөбәйҙуллин Шәйәхмәтоваға, ә район башҡорттары ҡоролтайы янындағы ағинәйҙәр ҡоро вәкилдәре Гүзәл Аҡсурина, Роза, Йәрмөхәмәтова, Сафия Хәбибуллина Нәркәс Аҙнабаеваға тапшырҙы. Өсөнсө урын – Галина Чернышеваға, икенсе – Милена Арыҫланбаеваға, беренсе урын Рүзилә Шәйәхмәтоваға бирелде.
Ә “Ейәнсура һылыуҡайы – 2017” исеменә Динә Рамаҙанова лайыҡ булды! Уға еңеүсе тажы менән таҫманы былтырғы бәйге еңеүсеһе Наҙгөл Әйүпова тапшырҙы.
Ҡыҙҙар был бәйгелә ҡатнашып, үҙҙәренең әле асылмаған һәләттәрен асып, яңы дуҫтар тапһа, тамашасылар сәмле бәйге көйәрмәне булыуҙан тыш, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән һәр ваҡыттағыса күркәм тамашаны ҡарап, улар бүләк иткән йыр-бейеүҙәрҙән кинәнес алып, күңелле ял итте.