Екатеренбург ҡалаһында башҡорт ҡумыҙы сыңы

Екатеренбург ҡалаһында башҡорт ҡумыҙы сыңы

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Екатеринбург ҡалаһында сығыш яһаясаҡ.
Концерт Свердловск академия дәүләт филармонияһының Ҙур залында 3 февралдә үтә.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – республикала донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы тигән исемде йөрөткән берҙән-бер музыкант. Уның ҡулында башҡорт ҡумыҙы ғына түгел, ә япон, филиппин, яҡут һәм башҡа халыҡ ҡумыҙҙары ла йәнләнә һәм тирә-яҡты илаһи моңға күмә.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт ҡумыҙын донъяның байтаҡ илендә танытыуға күп көс һала. Германияла уҙғарылған ҡумыҙсылар фестивалендә башҡорт халыҡ көйҙәрен ағас ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа оҫта башҡарып, ҡумыҙ сәнғәтен донъя кимәлендә үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн дипломға лайыҡ була. Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уның оҫталығын, маһирлығын һәр ваҡыт юғары баһалайҙар.

Яҡташыбыҙға гастролдәрендә уңыштар теләйбеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb