Екатеринбургта башҡорт музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәләр

Екатеринбургта башҡорт музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәләр

Свердловск өлкәһендә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге офисында башҡорт милли музыка ҡоралы - ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙеләр.

Оҫталыҡ дәресе программаһына шулай уҡ ҡумыҙҙа уйнау (варган), өзләү һәм тәбиғәт тауыштарына оҡшатыу сәнғәте индерелде.

Хәҙер Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ҡарамағында ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләү буйынса курстар эшләй. Свердловск өлкәһендә йәшәүселәр һәр шәмбе киске сәғәт 6-ла Екатеринбург ҡалаһы, Чернышевский урамы, 7-се йорт, "Дубровин" эшлекле үҙәге, 607-се офис адресы буйынса дәрескә йыйыла.

Был сараға ҡушылырға теләүселәр 890243903 номеры буйынса мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ ошо һылтанмалар аша яҙылырға мөмкин:

Бәйләнештә: https://vk.com/bash66
Facebook: https://www.facebook.com/groups/bashkult66
Одноклассники : https://ok.ru/bashkult66
Instagram: https://www.instagram.com/bashkult66/.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb