Екатеринбургта XVI Башҡорт мәҙәниәте төбәк фестивале уҙғарыла

Екатеринбургта XVI Башҡорт мәҙәниәте төбәк фестивале уҙғарыла

Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге 28 октябрҙә Екатеринбургта XVI Башҡорт мәҙәниәте төбәк фестивален үткәрә. Сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арнала.

Фестивалдә Екатеринбург ҡалаһынан, Свердловск өлкәһенән, Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән үҙешмәкәр ижади коллективтар ҡатнаша.

Фестиваль сиктәрендә «Башҡорттар – Уралда тау эшенә нигеҙ һалыусылар» тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция үткәреү ҙә ҡаралған. Уралда тау-завод эшенә нигеҙ һалыу һәм уны үҙләштереү осоронда башҡорттар ҙур роль уйнаған. Башҡорттар элек-электән руда сығарыу эшен яҡшы белгән, был уларға артабан Урал металлургияһы үҫешенә ҙур өлөш индерергә мөмкинлек биргән. Рәсәйҙең руда сәнәғәте тарихында Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов, Надир Уразмәтов, Яҡуп Аҙнағолов, Йәнгилде Бигешев кеүек рудасыларҙың исемдәре яҡшы билдәле.
Конференцияла Башҡортостандан тарихсылар Нәзир һәм Салауат Ҡолбахтиндар, Рүзил Сәлимйәнов, Азат Ярмуллин ҡатнаша.

Фестиваль Сибай театр-концерт берләшмәһенең ижади коллективтары әҙерләгән оло концерт программаһы менән тамамлана.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb