Кисә, 12 декабрь көнө Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында I «Ел тыуҙырған моң»: халыҡ-ара этник тынлы инструменттар фестивалендә ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Фестивалдең Гала-концертында ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырылды, еңеүселәр башҡорт милли уйын ҡоралы — ҡурай менән бүләкләнделәр.
Сараны ойоштороусылар: Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы.
Фестивалде ябыу тантанаһында: Монголиянан билдәле музыкант Нямжанцан Галсанжамцын сығыш яһаны, ул моринхурҙа һәм варганда уйнаны.
Молдованан килгән милли һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Бухареста «Fanica Luca» халыҡ-ара пан-флейтала башҡарыусылар фестивалендә Гран-приға лайыҡ булыусы Игорь Подгоряну сығыш яһаны.
Ҡырғыҙстандан — мультиинструменталист, халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Толгонай Осмонова чопо чоор, һыбыҙғы, чогойно чоор, темир ооз комуз, жыгач ооз комуз кеүек музыка ҡоралдарында уйнап барыһын да хайран итте.
Ҡаҙағстандан халыҡ-ара конкурстар лауреаты Аяулым Ҡонанбаева—Һыбыҙғы, саз сырнай, жетеген уйын ҡоралдарында уйнаны.
Үзбәкстандан Фәрхәд Бабаназаров һәм Ровшанджон Юнысов сов дойра (һуҡма музыка ҡоралы) һәм кошнай халыҡ уйын ҡоралдарында уйнап күрһәтте.
Норвегиянан Леонид Ларионов — халыҡ-ара конкурстар дипломанты, Норвегия музыка академияһын тамамлаған. Опера йырсыһы, мультиинструменталист.
Башҡортостандан фестивалдә Полина Кобец һәм «Узорица» фольклор ансамбле, Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов, «Арғымаҡ» һәм «Сураман» этно-төркөмдәре, Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсылар ансамбле, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов ҡатнашты.