2 февраль көнө 19.00 сәғәттә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «ЕЛ ТЫУҘЫРҒАН МОҢ…» тип исемләнгән ҡурай байрамы ойошторола.
Халыҡ көйҙәре менән бер рәттән, Нур Дауытов, Анатолий Кукубаев, Илдар Хисәметдинов, Урал Иҙелбаев, Шәүрә Сәғитова кеүек композиторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Тамашала Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат АЙЫТҠОЛОВ (ҡурай), Башҡортостандың халыҡ артистары Римма АМАНГИЛДИНА (йыр) һәм Халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты Марсель ҠОТОЕВ (йыр), Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Аяз НУХОВ (ҡыл-ҡубыҙ) һәм Артур ҒАЙСАРОВ (ҡурай), «АРҒЫМАҠ» этно-рок төркөмө (етәксеһе – Ринат РАМАҘАНОВ) ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры 2001 йылда ойошторола. Милли оркестрға нигеҙ һалыусы - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин. Был оркестрға музыка донъяһында тиң булырлыҡ оркестрҙар юҡ. Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Калинин коллективты «донъялағы берҙән-бер оркестр» тип атай. Уның үҙенсәлекле яңғырашы береһен дә битараф ҡалдырмай: симфоник оркестр инструменттары, боронғо башҡорт һәм рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры тембрҙары бергә ҡушылған. Бөгөн ижади коллектив менән Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселек итә.
Проект авторы – Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Зөбәйҙуллин, сценарий авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова.