Елдәк ырыуы йыйыны үтте

Елдәк ырыуы йыйыны үтте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Ырыуҙар йыйыны исемле яңы проект башланы. Тәүге йыйын 29 ғинуарҙа Борай районы үҙәгҽндә "Башҡорт тарихы йылы - данлы тарих - ғорур вариҫ" саҡырыуы аҫтында, Башҡорт тарихы йылы сиктәрҽндә үтте. Сара Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Ырыуҙар ағасы» фольклор фестивале менән берлектә ойошторолдо.

Елдәк ырыуына Борай, Нуриман, Благовҽщҽн, Дүртөйлө, Ҡариҙҽл, Илҽш, Cаҡмағош райондары инә. Йыйынға ошо төбәктәрҙән 45 делегат килде. Осрашыуҙа шулай уҡ тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнҽүсҽләр, ғилми йәмәғәтсeлҽк йыйылды. Улар ырыу тарихына ҡағылған мәғлүмәттәр мҽнән сығыш яһаны.

Борай район мәҙәниәт һарайының фойеһында әҙерләнгән бай күргәҙмә башҡорт тирмәһе, милли аш-һыуы, милли кейем, шулай уҡ район халҡының ғаилә тарихын барлап төҙөгән шәжәрә ағастары менән таныштырҙы.
Сара һуңында Ырыуҙар йыйыны эстафетаһын тапшырыу булды. Киләһе сара 5 февралдә Балыҡсы ырыуы төйәге — Асҡын районында үтәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb