28 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Елкән» йәш музыканттарҙың беренсе телевизион конкурсының Гаа-концерты үтә. 12 йәш музыкант конкурстың өсөнсө турында Башҡортостандың Милли симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһаясаҡ.
«Елкән» йәш музыканттарҙың беренсе телевизион конкурсы - республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм «Тамыр» телеканалы менән берлектә ойошторған уникаль телевизион проект.
Һәр турҙа ҡатнашыусылар тик башҡорт композиторҙарының ғына әҫәрҙәрен башҡарҙы. Конкурсҡа бөтәһе 173 ғариза килгән. Балаларҙың конкурс программаһын исемдәре республикала һәм донъя кимәлендә танылыу яулаған билдәле музыканттар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре баһаланы.
Конкурстың гала-концертына ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының көйҙәрен әҙерләй. Һәр береһе өсөн махсус оригинал оркестровка яһалған. Милли симфоник оркестр менән сығыш яһау – һәр кемгә лә бирелмәй, ти улар. Уҡытыусылары хатта саҡ ҡына быға көнләшеп тә ҡуйған!
«Елкән» йәш музыканттарҙың тәүге телевизион конкурсының тура эфиры Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк.