Элвин Грей Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылының 270 йыллығына арналған концертта ҡатнаша

Элвин Грей Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылының 270 йыллығына арналған концертта ҡатнаша

24 июндә Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында «Атайсал - кесе Ватан» йәмәғәт проекты сиктәрендә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының концерты үтә. Ауылд 270 йыллығына арналған тамашаның төп ҡунағы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин.

Концертта шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Гөлшат Ғирфанова ҡатнаша.

Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылы - Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың тыуған төйәге. Ул, «Атайсал - кесе Ватан» йәмәғәт проектында ҡатнашыусы булараҡ, проект сиктәрендә даими рәүештә концерт ойоштора һәм ауыл мәҙәниәт йортона ярҙам итә.

- Әминә Ивний ҡыҙы булышлығында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты Ырғыҙлы ауылының матур йолаһына әүерелде, асыҡ һауалағы тамашалар өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Министр шулай уҡ ауылдың мәҙәни тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора. Ике балалар бейеү ансамбле мәҙәниәт министры ҡулынан сәхнә кейемдәре, ә “Умырзая” фольклор ансамбле мандолиналар һәм теген машиналары алды. Әминә Ивний ҡыҙы шулай уҡ тыуған ауылның мәҙәниәт йортона тауышты көсәйтеүсе аппаратура, проектор менән экран һәм өҫтәл уйындары бүләк итте, - тине Бөрйән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь ремонттан һуң Ырғыҙлы ауылының яңыртылған мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты.

Концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb