Булат Йосоповтың киномәктәбе һәм Башҡортостан Республикаһының Кинематографистар союзы Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Волга буйы һәм Урал федераль округтарында йәшәүселәрҙе "Ер һүҙе/ Онлайн 2. 0" Төбәк-ара цифралы белем биреү кинопроектына саҡыра. Проект туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Сценарий яҙыу һәм режиссура оҫталығы нигеҙҙәренә уҡытыу кинорежиссер Булат Йосоповтың авторлыҡ уникаль методикаһы буйынса уҡытыла. Проектта белгестәр ҡатнашасаҡ. Дәрестәр онлайн форматта үтә. Уҡытыу бушлай.
Ҡатнашыу өсөн www.slovo-zemli.ru сайтына ғариза яҙырға кәрәк.
Уҡыуҙар 25 майҙа башлана.