“Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумына заявкалар ҡабул ителә башланы

“Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумына заявкалар ҡабул ителә башланы

Республикала “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумына заявкалар ҡабул итеү башланды. Уның төп саралары 12 – 14 апрелдә Өфөлә үтәсәк. Беренсе тур ваҡыты – 21 ғинуарҙан 4 февралгә тиклем. – Беҙҙең йыйын иң яҡшы режиссура йәки оператор эше өсөн ярышҡа әйләнмәһен, ә аралашыу, фекер алышыу майҙаны булһын ине, – тип үҙ теләген белдерҙе кинофорум президенты Булат Йосопов. Сарала ижади һәм фәнни секциялар эшләйәсәк. Тәүгеһендә республика халыҡтары телдәрендә ижад ителгән фильмдар күрһәтелһә, икенсеһендә ошо йүнәлеш буйынса билдәле ғалимдарҙың сығыштары көтөлә. Проект республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb