«Ер һүҙе» кинопроектында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башланы

«Ер һүҙе» кинопроектында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башланы

«Ер һүҙе» халыҡ-ара белем биреү кинопроектында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә. Быйыл проект онлайн-форматта үтәсәк.

Ойоштороусылары – БР кинематографистар союзы, Булат Йосоповтың киномәктәбе һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Проект БР башлығы грантына һәм Граждандар йәмғиәте үҫешенә булышлыҡ итеү фонды грантына тормошҡа ашырыла.

Кинопроекта 18 йәштән өлкән булған кешеләр ҡатнаша ала. Милли үҙенсәлеген, мәҙәниәтен, туған телен һаҡлап ҡалырға теләгән һәр кем һайлап алыу турына заявка ҡалдырырға мөмкин. Һайлап алыу бәйгеһен үткәндәр бушлай кино төшөрөү серҙәренә уҡыясаҡ. Проект йомғаҡтары буйынса барлығы 50 сценарий әҙерләнәсәк. Шуларҙың яртыһы буйынса нәфис йә документаль фильм, ролик йә клип төшөрөләсәк.

Былтыр конкурста 15 кеше уҡыуҙан һуң рус, башҡорт, татар, марий, сыуаш телдәрендә фильмдар төшөрҙө. Проект эштәре социаль селтәрҙәрҙә популярлыҡ яуланы.

Кинопроекта ҡатнашыу өсөн заявканы рәсми сайтта тултырырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb