Салауат дәүләт башҡорт драма театры 83-сө ижад миҙгелен Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә лә ябасаҡ. Был йәкшәмбе театр коллективы Өфө тамашасыһы иғтибарына Мостай Кәримдең "Ауыл адвокаттары" повесы буйынса ҡуйылған "Ерҙәштәр" (режиссеры һәм сценарий авторы - А. Федоров) спектаклен тәҡдим итәсәк. Театрҙың баш режиссеры Зиннур Сөләймәнов әйтеүенсә, "Ерҙәштәр" бик матур, фәлсәфәүи килеп сыҡҡан. Стәрлетамаҡта тыуып-үҫкән, әлеге мәлдә Мәскәү театрҙарында эшләгән Антон Федоров үткән быуат, унда йәшәгән кешеләр хаҡында, бөгөн бөтөн нәмәнең, шул иҫәптән беҙҙең үҙебеҙҙең дә үҙгәреүебеҙ хаҡында һөйләргә теләй был жанры тормош хикмәттәре тип аталған спектаклдә. "Жанры буйынса ла, атамаһы буйынса ла оҙаҡ уйландыҡ. "Ауыл адвокаттары", минең ҡабул итеүем буйынса, бер ваҡиға бер үк ваҡытта илата ла, көлдөрә лә алған берҙән-бер әҫәр, уның яҙылыу стиле шулай. Ниндәй генә драматик хәл һүрәтләнмәһен, ул шундай еңел тел менән яҙылған, улар, ысынлап та, хикмәт, риүәйәткә әүерелгән. "Ерҙәштәр" тигәнсе "Яҡташтар" тиһәгеҙ ни була тип тә уйлаусылар булыр. Ерҙәштәр тип әйтеүҙең үҙенең хикмәте бар. Бер ерҙә тыуып, йәшәп, шул уҡ ергә киткәс, беҙ яҡташтар ғына түгел, ерҙәштәр булабыҙ бит. Атама ла ер менән бәйле булһын, тинек. Ябай ғына әҫәр кеүек, әммә унда бер нәмә лә ябай ғына түгел, шуға ла Өфө тамашасыһы уны килеп күрһен ине", - ти спектакль тураһында Зиннур Фәрит улы. Әйткәндәй, был премьера Салауат ҡалаһы халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, хатта китапханаға тап ошо әҫәрҙе һорап килеүселәр ҡапыл артҡан.