«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Эстон Республикаһының Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа бюст һәм таҡтаташ асыу тантанаһы булды. Ошо уҡ көндә ҡалала Эстонияла йәшәгән башҡорттар ойошторған «Һабантуй» байрамы уҙҙы.
Башҡортостандың милли геройына иҫтәлекле билдә Палдиски ҡалаһы мэрияһында ҡуйылған. Бюст иһә Салауат Юлаевтың исемен йөрөткән скверҙа урынлашҡан.
Тантанала Рәсәйҙең Эстониялағы илсеһе Александр Петров, Палдиски ҡалаһы мэры Тийт Пеэду, Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин һәм Эстониялағы башҡорт диаспораһы вәкилдәре ҡатнашты.
Ғәли Вәлиуллин ҡаланың мэрына башҡорттарҙың милли батыры хаҡында тарихи хәтерҙе һаҡлауҙары өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.
Сара барышында Георгий Победоносец сиркәүе башлығы Валерий Назаренко һәм Салауат Юлаев исемендәге Халыҡ-ара тарихи клуб ағзалары менән осрашыу үтте.