Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дина Гаврилова Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы булды

Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дина Гаврилова Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы булды

Эстонияла йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Дина Гаврилова ошо көндәрҙә республика әҙәбиәтселәре исемлеген тулыландырҙы. Тиҫтәгә яҡын китап авторы тыуған яғына яңы әҫәренең исем туйын үткәреү өсөн дә ҡайтҡан.

Күп йылдар Эстонияла йәшәгән Дина Гаврилованың барлыҡ әҫәрҙәре лә тыуған ере, яҡташтары тураһында.

Мине Башҡортостан менән бәйләгән тамырҙар бик көслө. Тыуған яғымды, уның күркәм тәбиғәтен, туғандарымды һағыныу Башҡортостан тураһында яҙырға мәжбүр итә лә инде. Донъя күргән алты китабым араһында бер әҫәрем генә Эстонияға арналған. Унда ла төп геройҙың яҙмышы Башҡортостанға бәйле”, ти ул.

Яңы китап яҙыусының "Һалҡын йылдар" төҫтәре романының дауамы. Бишбүләк районының Кесе Мәнәүез ауылы кешеләренең тормошон автор сыуаш ҡыҙы Еля -Еликаниданың тарихы аша һүрәтләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb