Эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы Айгөл Һағынбаева өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә

Эстрадабыҙҙың моңло һандуғасы Айгөл Һағынбаева өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә

5 апрель көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының моңло һандуғасы, «Гәлсәр һандуғас» һәм «Башҡорт йыры» телевизион йыр-моң бәйгеләре лауреаты Айгөл Һағынбаева өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә.

 Бәләкәйҙән үк йыр-моңға сорналып үҫкән Учалы һылыуы Айгөл Һағынбаеваның йырҙары береһен дә битараф ҡалдырмай. «Гәлсәр һандуғас» телевизион бәйгеһендә уның башҡарыуында «Тыуған яҡ» йыры тиҙ арала хитҡа әүерелеп, йырсыға билдәлелек алып килде. Айгөлдөң концерттары олоһон да, кесеһен дә битараф ҡалдырмай. Уның йырҙары күңел түрендәге нескә ҡылдарҙы тирбәтеп, йөрәккә үтеп инә.

5 апрелдә үтәсәк тамашала Айгөл Һағынбаева башҡарыуында башҡорт һәм татар халыҡ, композитор йырҙарын ғына түгел, ә төрлө донъя халыҡтары әҫәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ә ижадташ дуҫтары менән дуэттар концерттың йәмле бер өлөшөнә әүерелер. Тамашаның режиссеры- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb