Күренекле шағир һәм прозаик Мәүлит Ямалетдиндың “Һайланма әҫәрҙәр”енең II томына “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым”, “Бала ҡарға”, “Ҡорбан”, “Аймылыш” повестары, “Кәкүккәй”, “Ыласын”, “Кинйәһылыу” һ.б. хикәйәләре тупланған. Мауыҡтырғыс сюжетлы, һутлы башҡорт теленең иҫ киткес байлығын файҙаланып яҙылған фәһемле, бай йөкмәткеле был әҫәрҙәр уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер һәм уларҙың китап кәштәләрендә лайыҡлы урын биләр.
Мәғлүмәт өсөн: Ямалетдинов Мәүлит Байгилде улы 1947 йылдың 5 февралендә Учалы районы Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964—1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан, Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында йыр һәм музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977—84 йылдарҙа Учалы районы Уральск ҡасабаһында музыка мәктәбе директоры була.
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдарында эшләй.
Хәҙерге ваҡытта Учалы ҡалаһындағы Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе.