Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы иҫке йылды оҙатып Яңы 2018-се йылға аяҡ баҫҡан мәлдә 2018 йылдың 6 ғинуарында театрлаштырылған концерт тәҡдим итә. «Эт күңеле бер һөйәк»! исемле тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, йырға, моңға битараф булмағандарға үҙенсәлекле программа көтә. Сараның режиссеры - Илшат Ғәлимйәнов.
Яңы йыл алдынан тыуған йәнлелек: балҡыған гирляндалар, сағыу төҫлө шарҙар менән биҙәлгән шыршы - ниндәйҙер бер мөғжизә, әкиәт мөхите тыуҙырған мәлдә эстрадабыҙҙың йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова, Радик Вәлмөхәмәтов, Әлфиә Юлсурина, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Лилиә Ишемйәрова, Илшат Ишморатов, Илнур Һибәтуллин, Заһир Иҫәнсурин, Илнур Хәйруллин, Искәндәр Ғәзизов, «Карауан» төркөмө, «Көлкө-шоу» эстрада миниатюралары театры үҙҙәренең сағыу, матур сығыштарын һеҙгә бүләк итергә вәғәҙә итә.
Яңы 2018-се йылдың тәүге көндәренең береһен яратҡан артистар компанияһында - йырсылар, музыканттар, юмористар һәм бейеүселәр менән бергә ҡаршылайыҡ.