"Ете ҡыҙ" бейеүе боҙҙа

"Ете ҡыҙ" бейеүе боҙҙа

Мәғлүм булыуынса, Өфөлә хоккей йондоҙҙары аҙналығы бара. Ошо спорт байрамы уңайынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенсәлекле тамаша әҙерләргә йыйына. 19 ғинуарҙа "Өфө-Арена"ла Рәсәй хоккей тарихында тәүге тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының "Йондоҙҙар матчы" уҙғарыла. Матч алдынан боҙҙа "Ете ҡыҙ" башҡорт халыҡ бейеүен ҡарай аласаҡбыҙ.

...Бер-береһенә оҡшаған ете ҡыҙҙы ҡаҙаҡ далаларына урлап алып киткәс, улар табандарын ярып ҡыл һалыныуға ҡарамаҫтан, ҡасып, тыуған яҡтарына юллана. Арттарынан ҡыуа төшкәс, ҡыҙҙар тотҡонлоҡтан үлемде өҫтөн күреп, күлгә ташлана. Уларҙың фажиғәле вафатынан һуң күктә ете йондоҙ — Етегән ҡабына...

Гүзәл Багаева

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb