“Этник музыка кисәләре” проектына рәхим итегеҙ

“Этник музыка кисәләре” проектына рәхим итегеҙ

“Йатаған” этно-төркөмө– “Этник музыка кисәләре” исеме менән яңы проект әҙерләй.

“Квартирник” форматындағы осрашыуҙар Актерҙар йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан “Шатлыҡ бар” кафеһында ойоштороласаҡ.  “Беҙ был проектты этник музыканы яратҡан барлыҡ башҡарыусыларҙы һәм тыңлаусыларҙы берләштереү өсөн эшләйбеҙ. Йәйен Өфөлә “Евразия йөрәге” фестивале, 2020 йылда фольклориада үтәсәк, – ти Илдар Шакир. – Беҙҙә Роберт Юлдашев, “Арғымаҡ” төркөмө кеүек билдәле башҡарыусылар бар, шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, Учалы, Белорет яҡтарында ла күп ундай коллективтар. Әммә уларҙы республика халҡы белмәй. Үҙҙәрен танытырға кәрәк. Шулай уҡ Рәсәйҙән, аҙаҡ хатта сит илдәрҙән дә этник музыканттарҙы килтерергә планлаштырабыҙ”.  Беренсе осрашыу ял көнө, 17 февралдә үтәсәк. Тәүге геройҙар – “Йатаған” төркөмө. Кисәгә инеү бушлай. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb