“Евразия йөрәге” фестивале “Башҡортостанда тыуғандар” тамашаһынан башланды

“Евразия  йөрәге” фестивале “Башҡортостанда тыуғандар” тамашаһынан башланды

24 июндә Өфөлә "Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале асылды. Башҡортостандың мәҙәни брендына әүерелгән сара быйыл алтынсы тапҡыр уҙа.

"Евразия йөрәге" фестиваленең тәүге көнө “Башҡортостанда тыуғандар” программаһына бағышланды. Сағыу тамаша төрлө йылдарҙа Беренсе каналдың «Голос», «Голос. Дети» шоуҙарында Башҡортостан исеменән ҡатнашҡан йәштәрҙе йыйҙы. Улар Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры оҙатыуында йырланы.

Мария Мирова, Илдар Абдуллин, Динә Ғарифуллина, Руслан Воротнико, Екатерина Ямщикова, Рушана Вәлиева, Марсель Сабиров һәм Наҙгөл Отузоваларҙың сығышын тамашасылар йылы ҡабул итте.

Йәш йырсыларҙан һуң фестивалдең тәүге көнөнөң хедлайнерҙары —  «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө сәхнәгә сыҡты.

Концерт программаһы "Евразия йөрәге" фестиваленең гимны һәм фейерверк менән тамамланды.

Фестивалдең икенсе көнөндә “Симфотөн” уҙа, унда БР Милли симфоник оркестры уйнай. 26 июндә фестиваль гала-концерт менән тамамлана, унда Башҡортостандың йәш артистары: Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle, «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәре, шулай уҡ Бүрәт Республикаһынан ҡунаҡтар - «Намгар» этно-төркөмө ҡатнаша. Хедлайнерҙар - Сергей Трофимов һәм «Дискотека авария» төркөмө.

“Евразия  йөрәге” фестивале “Башҡортостанда тыуғандар” тамашаһынан башланды
“Евразия  йөрәге” фестивале “Башҡортостанда тыуғандар” тамашаһынан башланды
“Евразия  йөрәге” фестивале “Башҡортостанда тыуғандар” тамашаһынан башланды
“Евразия  йөрәге” фестивале “Башҡортостанда тыуғандар” тамашаһынан башланды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb