"Евразия йөрәге" Халыҡ-ара этник музыка фестивале

"Евразия йөрәге" Халыҡ-ара этник музыка фестивале

Республика “Евразия йөрәге” халыҡ-ара этник музыка фестивален ҡабул итергә әҙерләнә. Ул бер нисә мәҙәни сараны берләштерә. Улар араһында "Симфония төнө", “Урал моңо” халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль конкурсы һәм “Уйын” тигән исем аҫтында халыҡ байрамы бар.
“Урал моңо” фестивале Өфөлә 26-28 майҙа ойошторола. Унда Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдованан йәш башҡарыусылар килеүе көтөлә. Тальян байрамы һәүәҫкәр һәм профессиональ коллективтар, гармунсылар, вокал һәм хореография ансамблдәрен саҡыра. Ә “Уйын” байрамы һабантуй булараҡ ойошторола, унда милли уйындар күрһәтеләсәк. Бындай фестиваль мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу, халыҡ уйындарын һәм йолаларын киләсәк быуынға тапшырыу йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә, ти ойоштороусылар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb