Республика “Евразия йөрәге” халыҡ-ара этник музыка фестивален ҡабул итергә әҙерләнә. Ул бер нисә мәҙәни сараны берләштерә. Улар араһында "Симфония төнө", “Урал моңо” халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль конкурсы һәм “Уйын” тигән исем аҫтында халыҡ байрамы бар.
“Урал моңо” фестивале Өфөлә 26-28 майҙа ойошторола. Унда Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдованан йәш башҡарыусылар килеүе көтөлә. Тальян байрамы һәүәҫкәр һәм профессиональ коллективтар, гармунсылар, вокал һәм хореография ансамблдәрен саҡыра. Ә “Уйын” байрамы һабантуй булараҡ ойошторола, унда милли уйындар күрһәтеләсәк. Бындай фестиваль мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу, халыҡ уйындарын һәм йолаларын киләсәк быуынға тапшырыу йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә эйә, ти ойоштороусылар.