Быйыл да баш ҡалабыҙҙа “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк. Былтыр музыкаль форумда 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡайны.
Быйылғы фестиваль 12 июндән 16-һына тиклем Өфө амфитеатры – “Ватан” этнопаркында уҙғарыла. Ижади форум “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале гала-концерты менән асыла.
13 июндә “Симфония төнө” була, артабан программала “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығышы, шулай уҡ “Ҡурай фест” һәм йәштәр ҡатнашлығында симфоник концерт ойошторола.
“Евразия йөрәге” 16 июндә тантаналы шарттарҙа Гала-концерт менән тамамланасаҡ. Уның барышында “Тальян байрамы” һәм “Этно-төн” концерты үткәрелеүе көтөлә. Шулай уҡ сит илдәрҙән дә рок һәм этно-төркөмдәре сығыш яһаясаҡ.