25-29 майҙа баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙасаҡ. Ошо биш көн эсендә Өфөнөң Конгресс-холл амфитеатрында төрлө мәҙәни сараларҙы ҡарарға һәм унда ҡатнашырға мөмкин. Мәҫәлән, “Симфоник төн”, “Кино төнө”, “Этнотөн” кеүек байрамдар, “Донъя халыҡтарының мираҫы” исемле халыҡ-ара конференция, “Урал моңо” төрки йәштәр фестиваленең гала-концерты. Йәнә, 27 майҙа башҡорт ҡурайына арналған моң байрамы. 28 май иһә Башҡорт милли кейеме көнөнә бағышлана. Был сара барышында тамашасылар үҙҙәре үк “Башҡортса кейен” флешмобында ҡатнашып, төрлө күргәҙмәләр менән таныша ала. Байрамда «Традицион башҡорт кейеме», «Башҡорт сәхнә костюмы», «Заманса кейемдә башҡорт элементтары», балалар кейеме, башҡорт кейемендәге иң матур пар номинациялары буйынса дефиле ойошторола. Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙандан М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Башҡортостан Президенты грантына башҡорт халыҡ эпосы нигеҙендә ҡуйылған «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклына ижад ителгән (Т.Ғарипова, реж. О.Ханов) бай, сағыу, байрамса, күҙ яуын алырлыҡ һөйкөмлө милли сәхнә костюмдарында үтәсәк. (Рәссамы – «Алтын битлек-2016» фестиваленең «Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам» номинацияһында еңеүсе Альберт Нестеров). «Маҡтымһылу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклының кюстюмдары фестивалгә килгән иң талапсан, иң зауыҡлы сит ил ҡунаҡтарын да таң ҡалдырыр кимәлдә күркәм, шуға ла майҙанда театр артистарының күренеүе байрамға ҡабатланмаҫ төҫ бирер, моғайын.