"Евразия йөрәге" Өфөлә

"Евразия йөрәге" Өфөлә

Иртәгә Өфөлә тәүге тапҡыр “Евразия йөрәге” тип аталған халыҡ-ара сәнғәт фестивале башланасаҡ. 5 көн дауамында, йәғни 25 - 29 май көндәре Башҡортостан баш ҡалаһы илдең иң ҙур фестиваль майҙансыҡтарының берһенә әйләнәсәк. Ғәйәт ҙур музыкаль форум публиканы төрлө стилдәрҙең, йүнәлештәрҙең киңлеге, мәҙәни программаның төрлөлөгө менән шаҡ ҡатырмаҡсы. Уларҙың бөтәһе менән дә Конгресс-холл эргәһендәге Өфө амфитетрында танышырға мөмкин буласаҡ. Ошо фестиваль сиктәрендә, шулай уҡ баш ҡалала тәүге тапҡыр милли кейемдәр парадын ойоштороу ҙа ҡаралған. Был үҙенсәлекле сара шәмбе, 28 май көндөҙгө сәғәт 4-тә старт алып, киске 6-ға тиклем үткәрелә. Марш-парад коллонаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан Салауат Юлаев майҙанына тиклем дауам итәсәк һәм унда милли кейемле кейгән һәр кем ҡатнаша ала. Бынан тыш, тамашасылар ҙа интерактив программаға әүҙем йәлеп ителәсәк. Башҡорт милли кейеме байрамы барышында «Башҡортса кейен» бейеү флешмобы, тамашасылар менән уйын-викторина, «Мин башҡорт кейемендә!» селфи-шоуын ойоштороу ҡаралған. Салауат Юлаев майҙанында «Йәйләү» тарихи реконструкцияһы, этнография һәм сәхнә костюмдары конкурсы уҙғарыла, милли кейемдәр һәм биҙәүестәр күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола. Ә кисен Өфө амфитеатрында «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәр фестиваленең гала-концертын ҡарарға мөмкин.

Сығанаҡ

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb