“Юлдаш” радиоһы хәбәр итеүенсә, бөгөн Бүздәктә татар тарихи-мәҙәни үҙәктә "Еҙ ҡыңғырау" халыҡ ижады республика конкурс-фестивале уҙа. Унда халыҡ кәсептәре оҫталары, милли кейемдәр һәм һауыт-һаба күргәҙмәләре, Башҡортостан халыҡтарының аш-һыуы менән гастрономия майҙансыҡтары ойошторола.
Милли аш-һыу әҙерләү, ҡурсаҡтар эшләү, талдан төрлө әйберҙәр үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Байрам фольклорсылар бәйгеһе еңеүселәренең Гала-концерты менән тамамлана.