«Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» төбәк-ара фестивале уҙҙы

«Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» төбәк-ара фестивале уҙҙы

Ғафури районының «Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә «Еҙем-Фест. Рәсәй халыҡтары уйындары» төбәк-ара фестивале уҙҙы. Сараны ойоштороусы - «Тархан» туристик операторы. Илдар Биҡҡужин етәкселегендәге был фирма республикала туризмды үҫтереү, милли йолаларҙы, аш-һыуҙарҙы популярлаштырыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара. «Еҙем-фест» фестивале федераль грант иҫәбенә, Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. 

Фестивалдең тағы бер биҙәге - Бөрө уҡсылары, улар тарихи кинотаҫмаларҙан ғына таныш мушкеттарҙан атып күрһәтте, боронғо пушкалар менән ҡулланыу нескәлектәрен күрһәтте. Майҙанда ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, һөнәрселек йәрминкәләре лә ойошторолдо. 

Фестиваль милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла, йыр-моңға ла бай булды. Хатта милли аш-һыу әҙерләү серҙәре менән бүлешеп бишбармаҡ әҙерләп күрһәттеләр. Фестиваль майҙаны көнө буйы төрлө уйындарҙан, йыр-моңдан гөрләп торҙо. Ерле халыҡ та, ҡунаҡтар ҙа төрлө ярыштарҙа ҡатнашты, рәхәтләнеп күңел асты.

«Еҙем фест» киләсәктә Ғафури районының брендына әүерелер тип фаразлай ойоштороусылар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb