«Эҙләнем, бәғерем, һине…» спектакле Урта Азия һәм Ҡаҙағстан илдәренең VII Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша

«Эҙләнем, бәғерем, һине…» спектакле Урта Азия һәм Ҡаҙағстан илдәренең VII Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Эҙләнем, бәғерем, һине…» спектакле менән Урта Азия һәм Ҡаҙағстан илдәренең VII Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнаша.

 Фестиваль 30 октябрҙән 6 ноябргә тиклем дауам итә һәм күренекле дәүләт эшмәкәре Темирбек Жургеновтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала. «Эҙләнем, бәғерем, һине…» спектакле Ҡаҙағстандың Талдыҡурған ҡалаһында 2 ноябрҙә күрһәтеләсәк.

Ролдәрҙә: Фирғәт Ғарипов һәм Гөлмирә Исмәғилева.

…Бында һөйләгәндәрҙең барыһы ла тәүге минуттан йөрәккә уҡ булып ҡаҙала. Был – ир менән ҡатын мөнәсәбәте тураһында ғына ябай хикәйә түгел, был – бер-беребеҙгә ҡарата бәғерһеҙлек, һәр беребеҙҙең үҙәккә үтерлек яңғыҙлығы хаҡында. Ул тағы ла  шул күңел яраларын уңалтыусы, эске һыҙланыуҙарҙы еңеләйтеүсе тик бер дауа булыуы хаҡындалыр – ул да булһа, мөхәббәт, күңел йылылығы һәм яҡыныңа ҡарата иғтибар…

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb