Еңеү байрамы менән!

Еңеү байрамы менән!

Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе ысын йөрәктән илебеҙҙең төп байрамы - Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ошо байрам көнөндә беҙгә Еңеү бүләк иткән, ҡыйынлыҡтар алдында баш эймәгән ветерандар һәм тыл хеҙмәткәрҙәре алдында баш эйәбеҙ, яу яландарында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ. Тарихи хәтерҙе киләсәк быуындарға еткереү-беҙҙең бурыс. Бөйөк Еңеү көнө һәр ваҡыт берҙәм һәм еңелеү белмәҫ Рәсәйҙең символы булып ҡаласаҡ. Беҙҙе кешелек тарихындағы иң дәһшәтле, ҡанлы һуғыштан 72 йыл айыра. Йылдар үткән һайын Совет халҡының батырлығының әһәмиәте ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ. Бөйөк Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп алға барырға саҡыра. Ватаныбыҙ һаҡсыларының, тыл хеҙмәткәрҙәренең ҡаһарманлығы бар быуын өсөн юғары әхлаҡи йүнәлеш биреүсе ҙур көс булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фронтовиктарыбыҙҙың, тыл хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн Бөйөк Еңеү байрамы уңайынан уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы барыбыҙға ла ҙур һабаҡ булды. Иң мөһиме - уртаҡ маҡсаты булған ил бер ҡасан да еңелмәйәсәк!

Еңеү көнө менән!

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb