"Еңеү рубеждары" төбәк-ара марафонының ябылыу тантанаһы Өфөлә уҙҙы

"Еңеү рубеждары" төбәк-ара марафонының ябылыу тантанаһы Өфөлә уҙҙы

Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында "Еңеү рубеждары" төбәк-ара патриотик марафонының ябылыу тантанаһы уҙҙы. Ошо сараның Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан ойошторолоуы ҙур мәғәнәғә эйә. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫлыҡта һәм татыулыҡта ғүмер кисерә, шул иҫәптән, сыуаштар ҙа бүтән милләттәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәй.

Әйткәндәй, Башҡортостан “Рубежи победы” төбәк-ара патриотик марафонды ҡабул итеп алды. Марафон Бөйөк Ватан һуғышы (1941–1945 йй.) осорондағы тыл хеҙмәткәрҙәренең, шул уҡ ваҡытта сик буйындағы төҙөүселәрҙең яҡты иҫтәлегенә арналған. Ошо марафон илебеҙҙең бер нисә төбәген – Башҡортостанды, Сыуаш Республикаһын һәм Ульянов өлкәһен үҙенең эсенә ала. Уның илһөйәрлек тәрбиәләү, ватаныңа тоғро булыу тәңгәлендә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, төбәк-ара марафон барыбыҙҙы ла рухи һәм мәҙәни йәһәттән байыта, тамашалар залының халыҡ менән шығырым тулы булыуы ҡыуаныслы.

– Бындай мәҙәни саралар халыҡтар араһындағы берҙәмлекте арттыра, рухи ныҡлыҡ бирә, – тине министр Әминә Шафиҡова. – Сыуаш Республикаһының йыр-бейеү ансамблдәренең сығышын тамаша ҡылды олоһо ла, кесеһе лә, рухи күтәренкелек менән һуғарылған бик бай программа алып килгәндәр. Киләсәктә лә дуҫлыҡҡа ҡоролған ошондай саралар дауам итәсәк.

Әминә Ивний ҡыҙы Сыуаш Республикаһынан килгән патриотик марафонда әүҙемлек күрһәткән бер нисә сәнғәт әһеленә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Тантаналы сара уңайынан Сыуаш Республикаһының сәнғәт оҫталары республикабыҙҙың йырсылары һәм бейеүселәре менән берлектә концерт күрһәтте.

"Еңеү рубеждары" төбәк-ара марафонының ябылыу тантанаһы Өфөлә уҙҙы
"Еңеү рубеждары" төбәк-ара марафонының ябылыу тантанаһы Өфөлә уҙҙы
"Еңеү рубеждары" төбәк-ара марафонының ябылыу тантанаһы Өфөлә уҙҙы
"Еңеү рубеждары" төбәк-ара марафонының ябылыу тантанаһы Өфөлә уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb