21 июндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ижад миҙгелен йомғаҡлай. Был кистә “ғәскәровсылар” тамашасы хөкөмөнә иң яҡшы бейеүҙәрен, шулай уҡ премьераларын тәҡдим итәсәк.
2022 йылда данлыҡлы ансамбль коллективҡа нигеҙ һалыусы, башҡорт бейеүсеһе, хореограф, балетмейстер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы билдәләй.
Йола буйынса, концерт Фәйзи Әҙеһәм улының «Зарифа» башҡорт бейеүе менән асыла. Был бейеү Франция, Италия, Испания, Швейцария, Германия, Төркиә, Бөйөк Британия, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендәге гастролдәр ваҡытында тәүге номер булған.
Концерт Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау йылы сиктәрендә уҙа. Ансамбль артистары илебеҙҙең төрлө тарафында йәшәгән халыҡтарҙың бейеү сәнғәте өлгөләре менән таныштыра. Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан “ғәскәровсылар”, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә арнап, «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеүен башҡарасаҡ.