Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары вакцинация эшләтте

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль артистары вакцинация эшләтте

Бөгөн Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 40 артисы коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау эшләтте.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллина хеҙмәттәштәре араһынан беренсе булып вирусҡа ҡаршы прививка яһатты.

"Ансамбль етәкселегенең беҙҙең һаулыҡты хәстәрләүе һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен саҡырыуы һөйөндөрә. Миндә антиесемдәр күрһәткесе түбән, ә алда Фольклориаданы үткәреү көтөлә, унда беҙ күп кенә сит ил вәкилдәре менән аралашасаҡбыҙ. Шуға күрә прививканы мөмкин тиклем тиҙерәк яһатырға булдым ", - ти танылған бейеүсе.

Ғәскәров ансамбле республиканың гастролдәргә иң йыш йөрөгән коллективтарының береһе булып тора - бер йылда Рәсәйҙең 50-гә яҡын төбәгендә булырға өлгөрәләр. Алда артистарҙы йәнә гастролдәр һәм Алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары менән осрашыу көтә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb