Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Фәрзәнә Аҡбулатова - халыҡ-ара «Асыҡ Евразия» конкурсы финалисы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 18 ноябрь 2016
Фәрзәнә Аҡбулатова - халыҡ-ара «Асыҡ Евразия» конкурсы финалисы
Башҡорт шағирәһе һәм яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар һәм яҙыусылар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатова V халыҡ-ара «Асыҡ Евразия» («Открытая Евразия») конкурсы финалисы.
«Тере таш» хикәйәһе конкурстың “Әҙәби әҫәр” категорияһына ҡараған шорт-листына ингән. Көсөргәнешле бәйгелә 1400-гә яҡын конкурсанттар араһынан финалға 55 бәйгесе һайлап алынған, улар араһында беҙҙең республика данын яҡлаусы Фәрзәнә Аҡбулатова.
Лондонда, 26 ноябрь көнө халыҡ-ара «Асыҡ Евразия» конкурсының еңеүселәре билдәләнәсәк.
Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған. Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Артабан Өфөләге 2-се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә ҡайта. 1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпанияһының «Ижад» берекмәһенә эшкә саҡырыла.
Әлеге мәлдә «Юлдаш» радиоһында мөхәррир һәм «Сәхнәгә арналған ғүмер», «Әҙип һәм заман» һәм башҡа тапшырыуҙарҙы алып барыусы.
Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге», «Зәңгәр ҡаялар» исемле һәм башҡа китаптары күптәребеҙгә яҡшы таныштыр. Тәүгеһендә хикәйәләр тупланған булһа, әҙиптең икенсе йыйынтығында «Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш», «Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге» тигән фантастик повестары һәм яңы хикәйәләре урын алған. «Атай икмәге» китабы өсөн уға 1995 йылда Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелде.
Хикәйәләр һәм повестар ижад итә, “Атай икмәге”, “Зәңгәр ҡаялар” ,”Я слушала тишину”, “Мөхәббәт”, “Харис и волшебная змея»,.”Неоконченная книга”, “Загнанные кони” китаптары авторы.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө