Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбле бөгөн Ағиҙел йылғаһы яры буйында сәхнәлә махсус концерт менән сығыш яһай. Ғәскәровсылар билдәле бейеүҙәр менән бер рәттән заман хореографтарының эштәрен дә башҡарасаҡ.
Шулай уҡ махсус зонала ансамбль артистары менән иҫтәлеккә фотоға төшөү мөмкинслеге буласаҡ. Артистар ҡыҫҡа ғына оҫталыҡ дәресе лә үткәрмәксе.