Краснокама районының «Фантазия» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ижевскиҙа «Зарни Пилем» П.И.Чайковский исемендәге Рәсәй сәнғәт конкурс-фестивалендә Гран-при алды. Николо-Березовка ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенең ижади коллективтары: «Ынйы» һәм «Алтынай» бейеү ансамблдәре беренсе һәм өсөнсө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Беренсе дәрәжә дипломант исемдәрен Краснокама районы Арлан ауылының «Аллегро» һәм «Йондоҙлоҡ» бейеү ансамблдәре яуланы. Бөтә коллективтарҙың уҡытыусылары һәм етәкселәре милли традицияларҙы һаҡлаған һәм йәш быуынды тәрбиәләү эшенә ҙур өлөш индергән, фестиваль хәрәкәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән өсөн «Рәсәй балалары» ижтимағи фестиваль хәрәкәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Фестивалдең исеме «Алтын күк» тип тәржемә ителә. Сара «Рәсәй балалары» ижтимағи фестиваль хәрәкәте, «Лира» балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү фонды, Ижевск ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт буйынса идаралығы ярҙамында ойошторолдо.
«Жюри составында Мәскәүҙең һәм Санкт-Петербургтың бейеү сәнғәте өлкәһендәге төп белгестәре эшләне. Улар республика коллективтарының сығышын юғары баһаланы. Бында үҙҙәренең уҡыусыларына халыҡ-сәхнә бейеүенең матурлығын еткерә алған етәкселәрҙең роле ҙур», — тип һөйләнеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.