Яңы проект федераль кино фонды бүлгән грант ярҙамында тормошҡа ашырылған. Был йәһәттән республикаға 14 кинозалды модернизациялауға 69 миллион һумдан ашыу аҡса килгән.
Быйыл ул аҡсаны Федоровка, Мәләүез һәм Бишбүләк райондары алды. Яңы кинозалды файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы район халҡы өсөн оло байрамға әүерелде.
Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары билдәле фильмдарҙан алынған йырҙарҙан тупланған киноконцерт менән сығыш яһаны. Тамашасыларға 3Д форматының мөмкинлектәрен иҫбатлаусы ҡыҫҡа метражлы роликтар күрһәтелде, улар араһында алдағы киносеанстарға бушлай билеттар уйнатылды.
Федоровка тамашасыларына "Өфөнән һөйөү менән" фильмы тәҡдим ителде. 3Д форматындағы зал ошо көндәрҙә үк тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ.