Федоровка район Мәҙәниәт йортонда 3Д форматындағы кинозал файҙаланыуға тапшырылды

Федоровка район Мәҙәниәт йортонда 3Д форматындағы кинозал файҙаланыуға тапшырылды

Яңы проект федераль кино фонды бүлгән грант ярҙамында тормошҡа ашырылған. Был йәһәттән республикаға 14 кинозалды модернизациялауға 69 миллион һумдан ашыу аҡса килгән.

Быйыл ул аҡсаны Федоровка, Мәләүез һәм Бишбүләк райондары алды. Яңы кинозалды файҙаланыуға тапшырыу тантанаһы район халҡы өсөн оло байрамға әүерелде.

Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары билдәле фильмдарҙан алынған йырҙарҙан тупланған киноконцерт менән сығыш яһаны. Тамашасыларға 3Д форматының мөмкинлектәрен иҫбатлаусы ҡыҫҡа метражлы роликтар күрһәтелде, улар араһында  алдағы киносеанстарға бушлай билеттар уйнатылды.

Федоровка тамашасыларына "Өфөнән һөйөү менән" фильмы тәҡдим ителде. 3Д форматындағы зал ошо көндәрҙә үк тулы ҡеүәтендә эшләй башлаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb