Федоровка районы Бала -Сытырман ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң ауыл мәҙәниәт йорто асылды

Федоровка районы Бала -Сытырман ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң ауыл мәҙәниәт йорто асылды

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Федоровка районы Бала -Сытырман ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң ауыл мәҙәниәт йорто файҙаланыуға тапшырылды.   

Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән мәҙәни бина республика ҡаҙнаһы иҫәбенә яңыртылды. Ауыл халҡының шатлығын республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уртаҡлашты.

2014 йылда республикала Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «Күп функциялы клубтар» тәжрибәһе ҡулланыла башлауы  хәлде тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Һөҙөмтәлә китап уҡыусылар бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған китапханала хеҙмәтләндерелә башланы.
Ошо көнгәсә тура мәғәнәһендә ел-ямғырға бирешмәй йәшәп килгән китапхана мөдиренә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова моделле китапхана сертификатын тапшырҙы.

Китапхананан тыш яңыртылған  бинала музыка мәктәбе һәм тренажер залы, өлкәндәр һәм балалар өсөн тиҫтәләгән ижади коллектив эшләй. «Замандаш» халыҡ фольклор ансамбле ағзалары ла клубтағы үҙгәрештәргә шат. Күп тапҡырҙар төрлө ижади фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты исемен яулаған коллектив ағзаларының клубта үҙ мөйөшө булды.

 Мәҙәниәт йортон асыу уңайынан байрамда урындағы оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Йөҙөктән үткәрерлек нескә шәлдәр, күҙҙең яуын алырлыҡ япма-паннолар бәйләүсе, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ҡурсаҡтар һәм башҡа күркәм әйберҙәр эшләүсе гүзәл заттар ҙа кистәрен клубҡа йыйыласаҡ.
Клубты асыу тантанаһында һәүәҫкәр артистар ауылдаштарын бай йөкмәткеле концерт программаһы менән шатландырҙы. Был төбәк элек-электән дәртле бейеүселәре, моңло тауышлы йырсылары, уңған, татыу  халҡы менән дан тота.
Бала Сытырман мәҙәниәт йорто күптән инде ауылдың тарихи һәм иҫтәлекле урынына әүерелгән. Уның күп функциялы үҙәк статусы яулауы мәҙәниәт йорто коллективы һәм ауыл  халҡы өсөн дә яңы мөмкинлектәр аса.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb