"Бабич" фильмы Төркиәнең Адана ҡалаһында халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнаша

"Бабич" фильмы Төркиәнең Адана ҡалаһында халыҡ-ара кинофестивалдә ҡатнаша

24 сентябрҙә Төркиәнең Адана ҡалаһында халыҡ-ара кинофестиваль асыла. Башҡортостандан билдәле режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” фильмы күрһәтелә.

Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа арналған тарихи фильм Башҡортостан башлығы грантына төшөрөлдө. Был фильм Рәсәйҙең күп кенә кино фестивалдәрендә ҡатнашты.

"Бабич"-башҡорт кинематографияһы тарихында донъя күргән тәүге художество тарихи фильм. Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған яңы кинотаҫма тамашасы алдына үткән быуаттың 1916-1919 йылдарын күҙ алдына баҫтыра.

Фильмдағы бар эпизодтар ҙа тарихи дәлилдәргә, документтарға таянып ижад ителгән. Картина яңы йөҙҙәр, яңы артистар асыуы менән үҙенсәлекле. Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров- Шәйехзада Бабич ролен башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb